Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2020, 12:00

Р. Н. Әхмәтов

Ауыр атлетика буйынса юғары категориялы тренер, республиканың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Әхмәтов Рәшит Нурмөхәмәт улы 74-се йәшендә арабыҙҙан китте.

Р. Н. Әхмәтов 1946 йылдың 4 декабрендә Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында тыуа. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1965 йылда Байдаковка һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы булып башлай.1971 йылдан 1979 йылға тиклем Раевка 1-се урта мәктәбендә уҡыта. 1979 йылда Санкт-Петербург ҡалаһының П. Ф. Лесгафт исемендәге физик культура институтын тамамлағас, мәктәптә ауыр атлетика буйынса тренер эшмәкәрлеген башлай. 1988 йылдан 1994 йылға тиклем Яңы Раевка совхозында физик культура эштәре буйынса инструктор-методист булып эшләй. 2006-2015 йылдарҙа – Раевка ауылы балалар-үҫмерҙәр мәктәбе тренер-уҡытыусыһы.

Рәшит Нурмөхәмәт улы талапсанлыҡ, яуаплылыҡ, грамоталыҡ, атлеттарҙың тырышлығын спорт ҡаҙаныштарына ирешеүгә йүнәлтеү кеүек тренерҙарға хас иң яҡшы сифаттарға эйә була. Үҙ эшенең оҫтаһы, һөнәренә мөкиббән киткән остаз район һәм республика данын төрлө ярыштарҙа яҡлаған көслө рухлы спортсылар тәрбиәләне. 1986 йылда уның етәкселегендәге команда республика беренселегендә еңеү яулай. Ул күп спортсылар өсөн тренер ғына түгел, атайҙарса хәстәрлек күргән кәңәшсе лә булды, йәштәргә ышанды, уларға тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итте.

Уның тәрбиәләнеүселәре араһында ауыр атлетика буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең спорт мастерҙары, ун тапҡыр Башҡортостан чемпионы, “Дуҫлыҡ кубогы”, бөтә Рәсәй ауыл спорт уйындары, Ҡазан ҡалаһындағы халыҡ-ара турнир еңеүселәре, илебеҙҙең студент уйындары чемпиондары бар. Рәшит Нурмөхәмәт улы ветерандарҙың Италияла үткән Бөтә донъя уйындары көмөш призерҙарын әҙерләүгә лә үҙ өлөшөн индерҙе.

Р. Н. Әхмәтов намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының яҡшы физик культура хеҙмәткәре” почетлы билдәһе менән бүләкләнгән, уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Һәләтле тренер һәм һоҡланғыс шәхес Әхмәтов Рәшит Нурмөхәмәт улы тураһында яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.

Д. Р. Мостафин, С. Н. Колеганов, Ш. Ш. Сәлимов, Д. Ә. Әхмәҙишин, И. Х. Кашапов, А. Т. Солтанғолов, С. В. Трунова, Н. Ә. Хәйретдинов, Д. Ю. Шелковников, З. Ә. Чупова, Ф. Ғ. Хәйбрахманов.

Читайте нас: