Автомобиль хәрәкәте, ауылдар араһындағы бәйләнеш, предприятиеларҙың эше, шоферҙарҙың, пассажирҙарҙың һәм йәйәүлеләрҙең ғүмере һәм һаулығы юл хеҙмәткәрҙәренең нисек эшләүенә бәйле. Һеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙға, үҙ бурыстарығыҙҙы яуаплы үтәп, барлыҡ мәсьәләләрҙе еңел генә хәл итә алыуығыҙға ышанам. Тармаҡ ветерандарының данлы традицияларын киләсәктә юғалтмағыҙ һәм һаҡлағыҙ!
Теләһә ниндәй һауа торошо шарттарында ла район именлеге хаҡына намыҫ менән хеҙмәт итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, көс-ҡеүәт һәм ғаилә именлеге, бөтә башланғыстарығыҙҙа уңыштар, яҡшы кәйеф теләйем!
Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Дамир МОСТАФИН.