Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2020, 20:20

“Был донъяла һәр нәмәнең үҙ сәғәте, һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты...”

Аксен – республикала билдәле ауылдарҙың береһе. Уның тарихы Рәсәй дәүләте һәм яңы Рәсәй тарихы менән үрелеп бара.

Аксен ауылына бынан 130 йылдан элегерәк нигеҙ һалынған. Ауылға Көнсығыш-Себер магистрале төҙөлөшөнә етәкселек иткән генерал Аксеновтың исеме бирелгән, уның ошо станциянан алыҫ түгел үҙенең утары булған. Аксен ауылы урындағы Андреев шифаханаһында бөйөк рус яҙыусыһы Антон Павлович Чехов ҡатыны, актриса Ольга Книппер-Чехова менән бергә дауаланып киткәндән һуң айырым билдәлелек ала. Ә унан алда, бер йыл элек, шифаханала бөйөк рус ғалимы, тупраҡты өйрәнеү фәне буйынса белгес-геолог Николай Сибирцев та ҡымыҙ менән дауалана. Әйткәндәй, ул Воздвиженка ауылында ерләнгән.

Бында йәшәүселәр өсөн әһәмиәтле ваҡиғалар үткән быуаттың аҙағы һәм яңы быуат башында билдәләнгән. Мосолмандарҙың хыялы тормошҡа аша – Аксенда мәсет асыла, ә һуңғараҡ сиркәү ҙә төҙөлә башлай. Был изге эштәрҙе билдәле яҡташтары, бер туған Зыязовтар башлап йөрөй.

Зәбир һәм Рәйес Аксенда тыуып үҫкән, ошонда урта мәктәпте тамамлағандар. Кесе йәштән үк малайҙар ата-әсәләре өлгөһөндә аҡыллы, кешелекле, намыҫлы һәм егәрле итеп тәрбиәләнгәндәр. Уларҙың шәхес булып формалашыуына һоҡланғыс педагог, мәктәп директоры Андрей Данилович Батков та ҙур йоғонто яһаған. Тиҙҙән егеттәр ҡырыҫ тәбиғәтле Себер яҡтарына юл ала. Сорғот ҡалаһында улар, алдан хыялланғанса, яҡшы белгес- төҙөүселәр булып киткән, үҙ ойошмаһын булдырған.

Ата-әсәләренең ғаилә тарихы ла бик ҡыҙыҡлы. Сәхәп ағайҙың ғаиләһенә кулак мөһөрө тағылған була. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, легендар генерал Батовтың водителе булып хеҙмәт итә. Күренекле хәрби етәксе уға һуғыштан һуң Мәскәүҙә ҡалырға тәҡдим итә, әммә ҡатыны Ғәрифә апай тыуған ерен ташлап китергә теләмәй. Зыязовтар шулай итеп Аксен ауылында ҡала. Ғүмер буйы иңгә-иң терәп, татыу йәшәйҙәр, икеһе лә бер көндө донъя ҡуялар. Зәбир һәм Рәйес хәтерләүенсә, атаһының кәүҙәһен йорттан алып сыҡҡанда, әсәһе һуңғы һулышын алған була. Апаһы Хәлиҙә был ваҡытта Ҡөрьән уҡый. Бер миҙгелгә генә Ғәрифә апай күҙҙәрен аса һәм телен саҡ әйләндереп, ҡыҙына: «Һин дүрт тапҡыр ғына уҡының, ә ете тапҡыр уҡырға кәрәк», -ти. Етенсе тапҡырҙан һуң саҡ-саҡ ҡына «Амин» һүҙе ишетелә…

Ә бер нисә йылдан ауылдың иң бейек һәм матур урынында Зәбир һәм Рәйестең тырышлығы менән әсәләре хөрмәтенә “Ғәрифә” мәсете ҡалҡып сыға. “Әсәйем һәр саҡ беҙҙең йорт ҡаршыһында ғына мәсет булһын ине, тип хыялланды. Беҙгә һәр ваҡыт, аҡсағыҙ булһа, иман йорто төҙөгөҙ”, - тиер ине.

Бер ни тиклем ваҡыттан Аксенда сиркәү ҙә төҙөлә башлай. Зәбиргә ҡатыны Валентина Николаевна менән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ йәшәргә насип булмай, ул ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була. Вафаты алдынан иренән, әгәр теләге һәм мөмкинлеге булһа, Аксен ауылында сиркәү төҙөтөүен һәм изге Петр һәм Феврония исемен биреүен үтенә. Валентина Николаевнаны ерләгәндән һуң ике зыяратты (христиан һәм мосолман) бергә кәртәләп алалар. Ә һуңынан Салауат һәм Күмертау ҡалалары епископы Николай фатиха биргәндән һуң сиркәү төҙөүгә тотоналар. Республикалағы берҙән-бер, ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡто ҡурсалаусы изге Петр һәм Феврония хөрмәтенә аталған ғибәҙәтхана тиҙҙән үҙ ишектәрен асыр.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

«Независимая газета +» материалдары буйынса әҙерләнде.

Читайте нас: