Районда ағас ултыртыу буйынса ҙур эштәр алып барыла. Күптән түгел әлшәйҙәр «Йәшел Рәсәй» һәм «Йәшел Башҡортостан» бөтә Рәсәй экология өмәһендә ҡатнашты. Барлыҡ ауыл биләмәләрендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан һәйкәлдәр һәм мемориалдар тирәһенә үҫентеләр ултыртылды. Раевка ауылы ла йәшелләндерелде. Дөйөм алғанда, ике меңдән ашыу ағас ултыртылды.
Күптән түгел йәшел десант Әбдрәшит ауылы эргәһендә лә әүҙем эшләне. Өмәлә район предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы ағзалары ҡатнашты. Унда йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртылды, улар «Урман ултырт» федераль программаһы буйынса һатып алынды. Сараны ойоштороусы - «ЭКА» Рәсәйҙең йәшел хәрәкәте» йәмәғәт ойошмаһы.
- Ағастарҙы Бәләбәй питомнигынан алып ҡайттым. Бер рейста алып ҡайтҡан “пассажирҙар” (11 мең төп үҫенте) һаны буйынса минең автомобилем Гиннестың рекордтар китабына индерелер ине, - тип йылмая изге эштәре менән билдәле эшҡыуар Татьяна Гридина. – «ЭКА «Рәсәйҙең йәшел хәрәкәте» етәксеһе Елена Горохова менән, ул беҙҙең Әлшәй районына шәхсән килгәйне, 140-ҡа яҡын кеше ике йыллыҡ үҫентеләр ултырттыҡ. Әлеге инициативаны хуплаған өсөн район етәкселегенә ҙур рәхмәт. Район хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт бүлеге, йәштәр эштәре комитеты хеҙмәткәрҙәренә, «Йәш гвардия» активистарына, Пионерҙар йорто педагогтарына, Әбдрәшит, Ҡырым, Ниғмәтулла ауылдары мәктәптәре уҡытыусылары һәм уҡыусыларына, шулай уҡ был изге эштә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер әлшәйҙәргә рәхмәт.
Бөтә үҫентеләр сәғәт ярым эсендә ултыртылды, һуңынан өмәселәр Татьяна Гридина ойошторған тәмле төшкө аштан ауыҙ итте. Бер аҙ арыған, әммә күмәк эштән ҡәнәғәт ҡалған әлшәйҙәр ҡарабойҙай бутҡаһы менән һыйланды һәм тәм-томдар менән сәй эсте.
- Икенсе көндө Өфөлә «Экойыйылыш» уҙҙы, унда барлыҡ тәбиғәт һаҡсылары йыйылды. Елена Горохованың сүп йыйыу һәм уны эшкәртеү мәсьәләләре буйынса сығышы бик ҡыҙыҡлы булды, - тип һүҙен дауам итте Татьяна Николаевна. – Киләсәктә лә изге башланғыстарҙы бергәләп тормошҡа ашырырбыҙ, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртербеҙ, тип ышанам.
Ошо көндәрҙә тынғы белмәҫ Татьяна Гридина йәнә «Йәшел Башҡортостан» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Максим Некрасовтан үҫентеләр алған. Үҙенең коллективы менән улар «Триумф» кафеһы тирәһендә һәм яҡындағы урман һыҙатында ылыҫлы ағастар ултыртҡан.