Райондың 80 ғаиләһендә 49 ир-ат һәм 31 ҡатын-ҡыҙ вафат булған. Ә 32-һендә 16 малай һәм 16 ҡыҙ бала донъяға килгән. Иң ҙур сабыйҙың ауырлығы – 4280 грамм, иң бәләкәйенеке - 1650 грамм. Уҙған йыл сентябрь айында 13 малай һәм 17 ҡыҙ тыуған. Быйыл ғинуар башынан ай аҙағына тиклем районда 264 тыуыу тураһында акт теркәлгән (үлем тураһында – 497, 2019 йылға ҡарағанда 73-кә күберәк). Әлеге осорҙа 140 ғаилә никахтарын теркәгән, 123-ө айырылышҡан (2019 йылда – 157 (115).
Яңы тыуған сабыйҙар араһында элеккесә Ислам, Тимур, Әминә, Дарина, Сафина исемдәре популяр. Йософ, Стефания, Роландо, Дин, Герман, Сәйет иң һирәк һәм ғәҙәти булмаған исемдәр булып ҡала.
Ирина ВЛАДИМИРОВА.
Фото: belixanna.ru