Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2020, 18:20

Башҡортостан менән бер тулҡында

Әлшәйҙәр Республика һәм Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөн тантаналы билдәләне.

Район үҙәгенең Совет майҙанында күңелле музыка яңғырай, яҡташтарына байрам кәйефе бүләк итеү өсөн сәхнәгә бер-бер артлы районыбыҙҙың үҙешмәкәр коллективтары күтәрелә, милли кейемдәрҙәге артистар дәртле баҫып бейей, йәрминкәлә район халҡы үҙ продукцияһы менән сауҙа итә, халыҡ ижады күргәҙмәһенән күҙҙәр ҡамаша.

Тантананы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Дамир Мостафин асты.

Башҡортостандың үҙ аллы дәүләт булыуы тураһындағы Декларация ҡабул итеүгә 30 йыл үтте. Был көн беҙгә тыныслыҡ һәм төрлө милләт халҡының берҙәмлеге көнө булараҡ ҡәҙерле. Эйе, Республика байрамы милләт айырмаһына, дини һәм сәйәси ҡараштарға ҡарамай, һәммәбеҙҙе лә берләштерә. Шуныһы ҡыуаныслы, республикабыҙ һәр йәһәттән дә юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Әлшәй районы бөтә Башҡортостан менән бер ритмда йәшәй һәм үҫешә, - тине Дамир Радик улы.

Бының асыҡ миҫалы булып аграр тармаҡтың, “Башҡортостан бройлеры” ҡошсолоҡ фабрикаһы, Раевка шәкәр заводы, “Әлшәй-ит” комбинатының юғары эш һөҙөмтәләре тора. Бөгөн районда 15 ауыл хужалығы предприятиеһы, 98 крәҫтиән (фермер) хужалығы, дүрт кооператиив, 17 меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар. Ауыл кешеләренең эшһөйәрлеге, крәҫтиән хеҙмәтенә тоғролоғо һөҙөмтәһендә иген һәм техник культураларҙан мул уңыш үҫтереп алынды.

Дамир Мостафин шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу, юлдарҙы ремонтлау кеүек төҙөкләндереү эштәре тураһында ла һөйләп үтте. Бөгөн Раевка ауылында 10 км юл япмаһы асфальтлана. Район ауылдарына илткән юлдарҙа 15 км ремонт эштәре бара.

Торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында ла байтаҡ эштәр атҡарыла. Район ҡышҡы миҙгелгә тулыһынса әҙер. Быйыл ете күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт яһалған. Шулай уҡ Раевка ауылында эсәр һыуҙың сифатын күтәреү өсөн һыу менән тәьмин итеү ҡоролмалары төҙөү планлаштырыла. Ауылдар урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында ла әүҙем ҡатнаша. Был проекттар Хәнйәр һәм Ибрай ауылдарында бойомға ашырыла. Әлшәй йылдан-йыл үҫә, күркәмләнә, социаль объекттар, торлаҡ төҙөлә. Сентябрь айында район үҙәгендә күптән көтөлгән бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды. 21 мең кв.м шәхси торлаҡ төҙөлгән. Алты етем балаға фатир асҡысы тапшырылды. 2021 йылда Яңауыл биҫтәһендә 375 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөү башланасаҡ.

Традиция буйынса сараның бүләкләү тантанаһы тулҡынландырғыс мәл булды. Агросәнәғәт комплексы һәм эшкәртеү сәнәғәте, урындағы үҙидара, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, матбуғат һәм башҡа тармаҡтарҙың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ күп балалы әсәйҙәрҙе лә хөрмәтләнеләр - өс әсә был көндө «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән әлшәйҙәргә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, яҡташыбыҙ, республиканың Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Владимир Нагорный ихлас теләктәрен еткерҙе.

Сара байрам концерты менән тамамланды. Яҡташыбыҙ, республиканың халыҡ артисы Светлана Хәкимова һәм Ябай Малай псевдонимы менән сығыш яһаған популяр йәш йырсы Йәмил Баймурзиндың сығышы байрамға йәм өҫтәне.

Автор фотоһы.

Был көндө бүләкләнеүселәр араһында «Агрокоопинвест» йәмғиәте тракторсыһы Радик Ғарипов, “Рассвет” агросәнәғәт комплексы директоры Светлана Рогожина, «Агрокоопинвест» йәмғиәтенең үҙәк келәт мөдире Рәжәп Хәйбрахманов, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләүсе күп балалы йәш әсә Ләйсән Нуртдинова, «Раевка элеваторы» йәмғиәте баш механигы Алексей Дацун да бар ине.

Читайте нас: