Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2020, 14:08

Хөрмәтле уҡытыусылар, мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреү педагогтары, педагогик хеҙмәт ветерандары!

Һеҙҙе ысын күңелдән Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым!

Уҡытыусы хеҙмәте - иң изге һәм ижади ғына түгел, ә иң ауыр һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе лә. Белемле, рухи яҡтан көслө йәштәрҙе тәрбиәләү педагогтың төп бурыстарының береһе, сөнки йәш быуын киләсәктә район, республика һәм бөтә Рәсәй яҙмышын билдәләйәсәк.

Был байрам көндө тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ һәм һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, сабырлығығыҙ, игелекле булғанығыҙ өсөн һеҙгә ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Һәммәгеҙгә лә ныҡлы сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге, эшегеҙҙә уңыштар һәм тормошоғоҙҙа именлек теләйем!

Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Дамир МОСТАФИН.

Читайте нас: