Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Сентябрь 2020, 16:15

Яҡташтарыма рәхмәт

Ҡармыш ауылында “Нур-Иман” мәсетен төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәткән бөтә яҡташтарыма, ауылдаштарыма ысын күңелдән ихлас рәхмәттәремде еткерәм.

Ошо көндәрҙә Ҡармыш ауылында “Нур-Иман” мәсетен асыу тантанаһы уҙҙы. Был матур байрамды ойошторған һәм алып барған ауылдаштарыма, район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафинға, Д. У. Шәкүров етәкселегендәге Ҡармыш ауыл Советы хакимиәте һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, төрлө ризыҡтар, аш-һыу бешереп мул табын әҙерләгән уңған апай-килендәргә, ҡунаҡтарға һәм шатлығыбыҙҙы уртаҡлашҡан бөтә кешеләргә ҙур рәхмәт белдерәм.

Ҡармыш ауылындағы “Нур-Иман” мәсете ауылдаштарыма, халҡыбыҙға киләсәктә иман нуры сәсер, уның ишектәре бында килеүселәр өсөн һәр ваҡыт асыҡ булыр, тип ышанам.

Рәйес ҺӘҮБӘНОВ,

республиканың атҡаҙанған төҙөүсеһе.

Читайте нас: