Статистика һәйбәт нәмә. Уның ярҙамында бөтәһен дә: сәнәғәт, иҡтисад, төҙөлөш, мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе, һөҙөмтәләрҙе барларға була. Ә беҙҙе, һәр ваҡыттағыса, демография мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра, был юлы ла район ЗАГС бүлеге белгестәре ошо һорауға яуап бирергә ярҙам итер, моғайын.
Кемдәргәлер шатлыҡ-ҡыуаныстар, кемдәргәлер ҡайғы-борсолоуҙар алып килгән йәйҙең һуңғы айы - август та һиҙелмәй генә үтеп тә китте. Был айҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 29 ир-ат һәм 19 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъяларҙан китеп барған. 18 малай һәм 12 ҡыҙ донъяға ауаз һалған. Уларҙың күбеһе ғаиләлә икенсе һәм өсөнсө бала булып тыуған, шулай уҡ бишенсе булып донъяға килгәндәре лә бар. Иң ҙур сабыйҙың ауырлығы 4800 грамм тәшкил итһә, иң бәләкәйенеке – 2250 грамм.
Никахҡа инеүселәр һаны артҡан. 30 пар мөнәсәбәттәрен законлы рәүештә нығытһа, 21 пар никахын тарҡатҡан.
Йыл башынан алып исем алыштырыу һәм уллыҡа алыу тураһында - етешәр, никах тарҡатыу тураһында - 108, никахлашыу тураһында 127 акт яҙыуы теркәлгән. Был осорҙа беҙ 417 әлшәйлене юғалттыҡ һәм 132 сабыйҙың донъяға килеүенә шатландыҡ.
Элеккесә яңы тыуған балалар араһында Әмир, Тимур, Самира, Милана, Әминә, София, Сафина исемдәре киң таралған. Ә бына Таир, Иҙел һәм Таира кеүек исемдәр һирәк осрай.
Фото: 1zoom.ru