Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2020, 20:00

Айыҡ ауыл – яҡты киләсәк

"Шуға ла, дөрөҫ аңларға кәрәк, әгәр беҙ быйыл “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашабыҙ икән, был әле Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа эскелек юҡ, тигәнде аңлатмай".

Август айында республикала “Айыҡ ауыл-2020” конкурсына старт бирелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл бәйгенең муниципаль этабында Әлшәйҙән 57 ауыл ҡатнаша.

Районыбыҙҙың боронғо башҡорт ауылдарының береһе булған Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа йәшәүселәр ҙә айыҡ тормош өсөн иғлан ителгән акцияны хуплап, заман сиренә ҡаршы дәррәү көрәшкә берҙәм ҡушылды.

- Ошо уңайҙан ауыл Советы хакимиәтендә йыйылыш уҙҙы, унда ауыл активистары, дин әһелдәре, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, депутаттар ҡатнашты. Конкурс шарттары менән танышып, һәр кем үҙ тәҡдимен еткергәндән һуң, саралар планы ҡабул ителде, уға ярашлы, төрлө спорт ярыштары, милли байрамдар, тирә-яҡты төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса өмәләр, эскелеккә ҡаршы акциялар, рейдтар үткәреү күҙаллана, - ти Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әлфәрит Йосопов. - Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы ваҡытта эскелек һаҙлығына батыусылар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбәйгәндән-күбәйә. Бигерәк тә, был афәттең ҡатын-ҡыҙҙар араһында таралыуы - аяныслы хәл. Шуға ла, дөрөҫ аңларға кәрәк, әгәр беҙ быйыл “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашабыҙ икән, был әле Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа эскелек юҡ, тигәнде аңлатмай. Төрлө саралар үткәреп, уңған, тырыш ғаиләләрҙе өлгө итеп ҡуйып, айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау менән бер рәттән, киләсәк быуынға сәләмәт тормоштоң өҫтөнлөгөн дә күрһәтергә тейешбеҙ.

Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йорто директоры, “Айыҡ ауыл” конкурсын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Фәнзилә Әхмәтова әйтеүенсә, һәр кесаҙна ауылда Сәләмәтлек көндәре уҙа, халыҡ Дим буйын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса иғлан ителгән “Таҙа яр” акцияһын да дәррәү күтәреп алған. Шулай уҡ ҡатын- ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр, ауыл старостаһы һәм участка инспекторы менән берлектә имен булмаған ғаиләләргә рейд ойошторғандар. Шуны ла әйтергә кәрәк, ауылдағы өс сауҙа нөктәһенең икеһендә бөгөн алкоголле эсемлектәр һатылмай. Күптән түгел үткән “Мәргән уҡсы” бәйгеһе лә ҡыпсаҡ-асҡарҙарҙың күңелендә бик күркәм сара булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Унда ҡатнашыусылар сағыу милли кейемдәрҙә ҙур ихласлыҡ менән уҡ-һаҙаҡтан атып, мәргәнлектә, йылғырлыҡта үҙ көсөн һынап ҡараған. Ауыл старостаһы Рәшит Ғәлимуллин бәйгеселәрҙе уҡтан атыу ысулдары менән таныштырған.

Эйе, күмәкләшеп, бер уйҙан изге эшкә тотонған ҡыпсаҡ-асҡарҙар. Ә берҙәм булғанда әллә ниндәй эштәр атҡарырға, шул иҫәптән “йәшел йылан”ды ла еңеп сығырға мөмкин. Теләк кенә булһын.

Читайте нас: