Район хакимиәтендә “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсының муниципаль этабын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы.
- Был проекттың маҡсаты халыҡты айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, милли йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ҡулланып төрлө саралар, спорт ярыштары, ҡыҙыҡлы акциялар үткәреп, халыҡты берләштереү. Бындай конкурстар менән генә эскелекте бөтөрөп булмай тигән фекер ҙә йәшәй. Әммә айыҡ тормош алып барған әүҙем кешеләрҙең йәшәйеше, төрлө сараларҙа ҡатнашып, янып йәшәүе барыбер иғтибарға лайыҡ, уларҙың миҫалы эскелек менән мауыҡҡандарҙың күңеленә “орлоҡ” һалмай ҡалмай, - ти район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтов. – Быйыл конкурста районыбыҙҙың бөтә ауыл биләмәләре лә ҡатнаша, йәмғеһе 57 ауыл айыҡ тормош өсөн сығыш яһаясаҡ. Ауыл биләмәләре башлыҡтары урындарҙа йыйылыштар үткәрҙе, унда ойоштороу комитеттары, уларҙың составы билдәләнде, саралар планы төҙөлдө. Үткәрелгән саралар тураһында фото-видео материалдар 2 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурстың район этабына 20 ноябрҙә йомғаҡ яһала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсы һөҙөмтәләре буйынса дүрт категорияла 12 еңеүсе билдәләнә. Уларға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары, шулай уҡ БР Торлаҡ-коммуналь министрлығы, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса республика дәүләт комитетының ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереү программаларына индереү хоҡуғы биргән сертификаттар тапшырыласаҡ.