Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2020, 20:00

Суд аша туристик фирманан аҡсаһын кире ҡайтара

Районда йәшәүсе бер ҡатын Таиландҡа бара алмағанға аҡсаһын һәм мораль зыян өсөн компенсацияны ҡайтарыу маҡсатында туристик фирманы судҡа бирә.

Быйыл февраль айында был ханым компаниянан 91500 һумға ике кешелек путевка һатып ала. Әммә коронавирус пандемияһына бәйле, Таиландҡа авиабәйләнеш туҡтатыла. Шунан ул турфирмаға аҡсаһын кире ҡайтарып биреүҙәрен һорап ғариза яҙа, әммә яуап биреүсе булмай. Ҡатын судҡа мөрәжәғәт итә.

- Клиенттың талабы нигеҙле тип табылды. “Регион Туризм” йәмғиәте дәғүәсе файҙаһына 91500 һум путевка аҡсаһын, 87840 һум неустойка, 1000 һум күләмендә мораль зыян өсөн компенсация һәм 90170 һум штрафты кире ҡайтара. Шулай уҡ дәғүәсенең вәкиле хеҙмәте өсөн киткән сығымдарға – 7 мең һәм почта сығымдарына – 934,18 һум кире ҡайтарылды, - тип хәбәр итте Әлшәй районы судья ярҙамсыһы Светлана Шәмсетдинова.

Ҡарар әлегә үҙ көсөнә инмәгән.

Зилә Вәлиуллина.

Читайте нас: