Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2020, 11:29

Милли социаль башланғыстар проекты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала Милли социаль башланғыстар проектын эшләтеп ебәреү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты.

Милли социаль башланғыстар проектының маҡсаты – кешеләрҙең юлында осраған проблема һәм ҡаршылыҡтарҙы системалаштырып, һәр береһе буйынса һаҡсыл етештереү принцибына ярашлы системалы хәл итеү юлдары йыйылмаһын тәҡдим итеү. Стратегик башланғыстар агентлығының был идеяһын Рәсәй Президенты Владимир Путин да хуплаған.

Был проект биш төбәктә һынау үтәсәк. Уларҙың береһе – Башҡортостан. Алынған тәжрибә артабан бөтә ил буйлап таратыласаҡ.

– Был проект беҙҙең өсөн бик мөһим. Ул кешеләр, уларҙың проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында. Проект нигеҙендә илдең башҡа төбәктәре менән социаль өлкәләге тәжрибә менән уртаҡлаша алырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ. Мәҫәлән, беҙҙә социаль контракт проекты уңышлы эшләй. Уның ярҙамында 4,5 мең кеше адреслы социаль ярҙам алды. Беҙ социаль хеҙмәттәр өлкәһенә дәүләткә ҡарамаған секторҙы йәлеп итеү буйынса ла тәжрибә тупланыҡ. Милли социаль башланғыстарҙы индереүҙең төп бурысын йыйылған тәжрибәне аныҡ эшкә әйләндереүҙә күрәм, – тине Радий Хәбиров.

Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры, Милли социаль башланғыстар проектының проект офисы етәксеһе Светлана Чупшева был эштең мөмкинлектәрен юғары баһаланы.

– Социаль өлкә – нескә һәм һиҙгер өлкә. Бында барыһы ла кеше тирәләй эшләнгән булырға тейеш. Уның һәр ауырлығына беҙ команда менән бергә, бөтә ҡатнашлығы булған ведомстволарҙың дөйөм көсөн һалып ярҙам итергә, социаль хеҙмәтте, мәҫәлән, медицина хеҙмәтенән айырмай алып барырға бурыслыбыҙ, – тине ул. – Эшмәкәрлебеҙҙең һөҙөмтәләрен 2020 йылдың декабренә тиклем ил Президенты Владимир Путинға тәҡдим итергә һәм уны бөтә илгә таратыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә тейешбеҙ. Биш пилот төбәгенең береһе Башҡортостан булыуына беҙ бик шат.

Кәңәшмәлә ҡатнашҡандарҙың сығышы аныҡ, ғәмәли йүнәлештә булыуы менән айырылып торҙо. Мәҫәлән, Омск өлкәһенең мәғариф министры урынбаҫары Оксана Груздева һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, үҫеше тотҡарланған балаларға иртә ярҙам итеү практикаһы тураһында һөйләне. Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Федераль компетенциялар үҙәге етәксеһе Николай Соломон Халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү үҙәктәре филиалдары эшмәкәрлегенә һаҡсыл етештереү алымдарын индереү тураһында әйтте. “Ҡартлыҡ - шатлыҡ” хәйриә фонды директоры Елизавета Олескина оло кешеләрҙе оҙайлы ваҡыт ҡарауҙың нисек ойошторолоуы хаҡында бәйән итте. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәктә тыуымды арттырыу буйынса алып барылған эшмәкәрлек һәм уның һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Читайте нас: