Сара Күгәрсен районындағы матур тәбиғәт паркы “Мораҙым тарлауығы”нда уҙҙы. Бында палаткалар лагеры барлыҡҡа килде.
- Форумды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамында йәштәр инициативаларын үҫтереүҙең “Йәштәр сәйәсәте лигаһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо, - ти район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет директоры вазифаһын башҡарыусы Айнур Әхмәтшин. – Слетта респуликабыҙҙың ғына түгел, ә бөтә Волга буйы федераль округы һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәренән мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрҙәре, йәш белгестәр, студенттар йыйылды.
Байрамға ике тиҫтәгә яҡын эксперт килгәйне, һәр кем көнүҙәк йәмәғәт мәсьәләләре буйынса үҙ фекерен белдерергә мөмкин булған профилле платформалар (белем биреү-инновацион, “Ыңғай ҡараш”), рус һәм башҡорт телдәрендә дебаттар, тренингтар һәм дискуссиялар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, “Алдар батыр” йәштәр проекты конкурсы уҙғарылды. Шулай уҡ төрлө уйындар, халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре үткәрелде.
Хәрби хәрәкәт ветерандары, йыйында ҡатнашыусылар Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫарҙары Ирек Сәғитов һәм Азат Баҙранов, Рәсәй Геройҙары Владимир Әлимов һәм Рөстәм Клупов, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, танылған спортсылар Эльбрус Ниғмәтуллин һәм Семен Елистратов аралашты.
- Шундай ҡыҙыҡлы сарала ҡатнашыу бәхете тейеүенә бик шатмын. Беҙ үҙебеҙ өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәт алдыҡ, тиҫтерҙәребеҙ менән аралаштыҡ, яңы көс-дәрт туплап ҡайттыҡ, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты форумда ҡатнашыусы, Әлшәй делегацияһы ағзаһы, Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенты Аелина Сәлимова.