Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2020, 15:55

Башҡаларҙың хеҙмәтен дә хөрмәт итәйек!

Әле күптән түгел генә йыйылған сүпте тоҡтарға тултырып юл ситенә сығарып ҡуя инек. Хәҙер контейнерҙар өсөн майҙансыҡтар булдырылды. Йәй көнө уларҙы уратып алыу эштәре башланды.

- Бөгөн Раевка ауылында 70-ләп контейнер майҙансығы төҙөкләндерелде, - ти “Экология Т” йәмғиәтенең Әлшәй районы буйынса төбәк операторы директоры урынбаҫары А. И. Музыченко. – Майҙансыҡ территорияһына бетон түшәлде һәм ул уратып алынды. Район үҙәгендә бөтәһе 130 майҙансыҡ бар, норма буйынса 160 ҡына контейнер булырға тейеш булһа, беҙҙә улар - 280. Был да аҙ әле. Сүп-сар күп йыйыла. Кешеләр ағас ботаҡтарын, үлән ташлай, уларҙы ихатала ла юҡ итергә мөмкин бит. Мебель, көнкүреш техникаһы кеүек эре әйберҙәрҙе, аҙнаһына бер тапҡыр трактор килеп ала. Раевка ауылында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарын - көн һайын, ә башҡа ауыл биләмәләрендә - аҙнаһына бер тапҡыр машина сығара. Ямғырҙар арҡаһында юлдар насар булыу сәбәпле, ҡайһы бер ауылдарға машиналар инә алманы һәм ваҡытында сүп-сар сығарылманы. Был көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып тора.

Икесе бер мөһим мәсьәлә – хеҙмәт өсөн түләү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә сүп-сар сығарған өсөн ваҡытында түләмәй. Әле мәғлүмәттәр базаһын яңыртыу бара. Дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр ҡарала һәм түләүҙәр яңынан иҫәпләнә, хатта 2019 йыл өсөн дә.

Әлшәй бүлексәһендә 13 кеше эшләй. Коллективҡа Александр Ильич Музыченко етәкселек итә. Торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә ул бик күптән эшләй. Ҡурған өлкәһе Шадринск ҡалаһында сүп сығарыу мәсьәләләре, ҡаланы йәшелләндереү буйынса махсус белем алған. Бай тәжрибәһе уға бында ла ныҡ ярҙам итә.

Иртән иртүк контейнер майҙансыҡтарына машиналар килеп, сүп-сарҙы тейәй, тирә-яғын таҙарта. Водителдәр сменалап киске туғыҙға тиклем эшләй. Тап улар тәү башлап йәмһеҙ күренешкә юлыға ла инде: күптәр сүпте тоҡтарға һалып та тормай контейнер эргәһенә ташлап китә, һөҙөмтәлә майҙансыҡ тирәһендә сүп-сар туҙып ята.

- Хөрмәтле граждандар, сүп-сарҙы контейнерҙарға тоҡтарға һалмай ырғытмағыҙ, сөнки тейәгән саҡта ул тирә-яҡҡа туҙып китә, водителдәрҙең эшен күпкә ҡатмарлаштыра, - ти Александр Ильич. – Контейнерға ҡоро үлән, ағас ботаҡтары, эре сүп-сар ташламағыҙ – уларҙы майҙансыҡ эргәһенә йыйнаҡ ҡына ҡалдырып китегеҙ. Әйҙәгеҙ, башҡаларҙың хеҙмәтен хөрмәт итәйек һәм тирә-яғыбыҙҙы таҙа тотайыҡ!

Читайте нас: