Күптән түгел ошо уңайҙан ауыл Советы хакимиәтендә бик мөһим йыйылыш уҙҙы. Унда хакимиәт башлығы Ә. Йосопов, староста Р. Ғәлимуллин, ауылдың имам-хатибы М. Абдрахимов, депутаттар, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Конкурс шарттары менән танышып, һәр кем үҙ тәҡдимдәрен еткергәндән һуң, үткәреләсәк саралар планы ҡабул ителде. Эйе, “Айыҡ ауыл” конкурсы бик кәрәкле һәм мөһим сара. Бер кемгә лә сер түгел, әлеге ваҡытта эскелек бөтә донъяға янай. Был һаҙлыҡҡа батыусылар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбәйгәндән-күбәйә. Бигерәк тә, эскелектең ҡатын-ҡыҙҙар араһында сәскә атыуы - аяныслы хәл. Шунлыҡтан күпме бала интегә, ғаиләләр тарҡала?!
Конкурстың маҡсаты: айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау менән бер рәттән, киләсәк быуынға сәләмәт тормоштоң өҫтөнлөгөн күрһәтеү. Ҡарарҙа ҡабул ителгән планға ярашлы, урамдарҙы, тирә-яҡты тәртипкә килтереү, Дим буйын сүп-сарҙан таҙартыу, зыяратты төҙөкләндереү буйынса өмәләр үткәреү күҙаллана. Был өмәләрҙә, ауылым, тип, янып йәшәүсе һәр кем ҡатнашырға тейеш, ти ҡыпсаҡ-асҡарҙар.
Балалар өсөн дә, ололарға ла төрлө спорт ярыштары, акциялар, байрамдар ойоштораласаҡ. Шулай уҡ, айырым күҙәтеү аҫтына алынған ғаиләләр менән тығыҙ бәйләнештә эштәр алып барыласаҡ, был йәһәттән ҡатын- ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр менән берлектә рейдтар үткәреү ҡаралған. “Әйҙәгеҙ әле, ауылдаштар, ошо сараларҙа бөтәбеҙ ҙә ихлас ҡатнашайыҡ, бер кем дә ситтә ҡалмаһын! Милләтебеҙҙең киләсәгенә аяҡ салыусы был афәткә ҡаршы күмәкләп көрәшәйек, уны тамырынан ҡоротайыҡ! Был яҡшы башланғысҡа ярҙам итеү, һәр сарала әүҙем ҡатнашыу- беҙҙең изге бурысыбыҙ!” – ти ойоштороусылар.
Фотолар социаль селтәрҙәрҙән алынды.
Һеҙҙең иғтибарға " Айыҡ ауыл" конкурсына арналған " Мәргән уҡсы" ярышынан фотолар тәҡдим итәбеҙ.