Ибрай һәм Ҡармыш ауыл биләмәләре территорияһындағы Дим йылғаһы ярҙары таҙартылды, унда “ял итеүселәр”ҙән һуң йәнә пластик стакандар, ватыҡ шешәләр, пакеттар кеүек сүп-сар йый ылған.
Ирекмәндәр, активист-йәш гвардиясылар бирсәткәр кейеп уларҙы тоҡтарға тултырғандан һуң, территория таҙарып ҡалды.
Был акцияның маҡсаты йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу ғына түгел, ауыл халҡында экологик культура тәрбиәләү, йәмәғәтселектең экология мәсьәләләренә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыуға иғтибарын йәлеп итеү ҙә булды.
Район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы тирә-яҡ мөхиткә иғтибарлыраҡ булырға һәм ял итеү урындарында сүп-сар ҡалдырмаҫҡа саҡырабыҙ!
Динар ӘХМӘҘРИСЛАМОВ,
йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе.