Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2020, 11:00

Хөрмәтле тимер юл транспорты хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!

Бөгөн тормошобоҙҙо аныҡ эшләүсе тимер юл селтәренән башҡа күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ҡорос магистралдәр эшсәндәре тырышлығы менән инфраструктура үҫешә, поездар хәрәкәте составы яңыра, хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты яҡшыра. Ғүмерен ошо тармаҡҡа бәйләгән әлшәйҙәр өсөн дә тимер юл айырым әһәмиәткә эйә. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри яуаплылығы – юл монтерымы ул, машинист йәки юл начальнигымы - поездарҙың өҙлөкһөҙ хәрәкәтен, хәүефһеҙлектең юғары дәрәжәһен тәьмин итеү.

Хөрмәтле ветерандарға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Уларҙың күбеһе бөгөн дә сафта һәм үҙ белемен, йәштәр менән уртаҡлаша.

Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, именлек теләйем. Барлыҡ уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын, ә хеҙмәтегеҙ һәр ваҡыт шатлыҡ килтерһен!

Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.

Читайте нас: