Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2020, 19:25

Һоҡланғыс кеше, талантлы етәксе Абдуллин Марат Әкрәм улы 69-сы йәшендә вафат булды.

Үҙ эшенең оҫтаһы Абдуллин Марат Әкрәм улы тураһында яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.

М. Ә. Абдуллин 1952 йылдың 1 мартында Баймаҡ районының I Этҡол ауылында тыуған. 1977 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағандан һуң, хеҙмәт эшсәнлеген Ҡалтасы районының Кучашев урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. 1978 йылда өмөтлө педагогты шул уҡ мәктәптең директоры итеп тәғәйенләйҙәр. 1980 йылдың авгусында Шафран ауылының 81-се урта һөнәри техник белем биреү училищеһында директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булып эшләй башлай, 1985 йылдан директор итеп тәғәйенләнә.

1998-2001 йылдарҙа - Марат Әкрәм улы Шафран ауыл Советы хакимиәте башлығы. 2001 йылдың июлендә тағы 81-се һөнәри училищеға етәкселек итә башлай. 2004-2007 йылдарҙа Әлшәй районы муниципаль район хакимиәтенең район мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡара. 2007-2008 йылдарҙа – БР Федераль почта элемтәһе идаралығының Раевка ауылындағы айырым структура бүлексәһе етәксеһе. 2008-2011 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы бүлеге етәксеһе.

Һоҡланғыс ойоштороусы һәм грамоталы етәксе М. Ә. Абдуллин һәр вазифаны яуаплы башҡара, тырышып эшләй. Эшһөйәрлеге, итәғәтлелеге, намыҫлылығы, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булғаны өсөн уны хөрмәт итәләр. Ул тәжрибәле, эш өсөн янып йөрөүсе етәксе, принципиаль, әйткән һүҙендә тора белгән һәм үҙ фекерен яҡлай белгән, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып эшләүсе кеше ине. Асыҡ йөҙлөлөгө һәм принципиаллелеге һөҙөмтәһендә ҙур хөрмәт һәм абруй ҡаҙанды.

М. Ә. Абдуллиндың мәғариф өлкәһендәге күп йыллыҡ емешле хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Уға “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде, шулай уҡ “Рәсәй Федерацияһының башланғыс һөнәри белем биреү системаһының почетлы хеҙмәткәре” билдәһе менән бүләкләнде.

Үҙ эшенең оҫтаһы, һоҡланғыс кеше Абдуллин Марат Әкрәм улы тураһында яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.

Д. Р. Мостафин, С. Н. Колеганов, Ш. Ш. Сәлимов, Д. Ә. Әхмәҙишин, И. Х. Кашапов, А. Т. Солтанғолов, С. В. Турнова, Н. Ә. Хәйретдинов, Д. Ю. Шелковников, З. Ә. Чупова, З. З. Әхмәтов, Ф. Ғ. Хәйбрахманов, Р. Р. Солтанов.

Читайте нас: