Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2020, 18:00

Аксен колледжына бөйөк ғалим, геолог һәм тупраҡ белгесе Николай Сибирцевтың исеме бирелде

Тиҙҙән Аксен агросәнәғәт колледжы рәсми рәүештә профессор Сибирцев исемендәге колледж тип аталасаҡ!

Башҡортостан Республикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле шәхестәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы комиссия Аксен агросәнәғәт колледжына Николай Михайлович Сибирцев исемен биреү тураһындағы юлламаны хупланы.

Студенттар, уҡытыусылар һәм уҡыу йорто етәкселеге өсөн был оҙаҡ көтөлгән ваҡиға, уның тураһында бында күп йылдар хыялланғандар. Февраль айында, республика Башлығы колледжға сәфәре ваҡытында Ким халҡы уҡыу йортона бөйө ғалимдың исемен биреүҙе һорап Радий Хәбировҡа шәхсән мөрәжәғәт итте. Колледж буйлап экскурсия барышында Сибирцевты Аксен колледжы менән нимә бәйләүе тураһында ентекләп һөйләнеләр. Ошо көндәрҙә етәкселек хөкүмәт комиссияһы юлламаны хуплауы тураһында яҡшы хәбәр алды. Тимәк, тиҙҙән Аксен агросәнәғәт колледжы рәсми рәүештә профессор Сибирцев исемендәге колледж тип аталасаҡ!

Николай Михайлович Сибирцев тыумышы менән Архангельск өлкәһенән, әйткәндәй, Михаил Ломоносов та шул уҡ райондан булған. Ғалим биографияһында күп кенә мәғлүмәттәр күренекле яҡташы яҙмышын иҫкә төшөрә. Баласаҡ һәм үҫмер йылдары, рухани карьераһынан баш тартыу, баш ҡалаға ылау артынан йәйәү барыу, аслы-туҡлы уҡыу осоро, белемгә ынтылыуы, артабан фәнгә фиҙакәр хеҙмәт итеү. Шулай итеп, 1878 йылда Архангельск дини семинарияһының төп курсын тамамлап, Николай Сибирцев йәйәү Петербургҡа тиклем 1000 саҡрымдан ашыу ара үтә һәм университетҡа физика-математика факультетының табиғи фәндәр бүлегенә уҡырға инә. Һәләтле студентты уҡыу йортонда профессор дәрәжәһенә әҙерләү өсөн ҡалдыралар. Шул ваҡыттан алып Сибирцев тупраҡ тураһындағы фәнгә нигеҙ һалыусы Докучаевтың ярҙамсыһына һәм фекерҙәшенә әйләнә.

Тормоштоң ҙур өлөшө экспедицияларҙа уҙған, ҡыҫҡа, әммә сағыу ғүмер юлында Н. М. Сибирцев иҫ киткес күп эштәр башҡарған. Геолог булараҡ, ул Рәсәйҙең Европа өлөшөн төҙөүҙә мөһим мәсьәләләрҙең береһен хәл итә. Сибирцев тупраҡтың генетик классификацияһын һәм тупраҡ зоналары тураһында белешмәләр эшләй, Рәсәйҙең, шул исәптән Башҡортостандың да тупраҡ картаһын төҙөй, уның буйынса беҙҙең агрономдар бөгөнгө көнгә тиклем эшләй. Бөйөк ғалим доньяла беренсе генетик тупраҡты өйрәнеү бүлеге кафедраһына етәкселек итә, дәреслек яҙа һәм йәш тупраҡ белгестәре плеядаһын әҙерләй. Туберкулез сиренең көсәйеүе ғалимды 1900 йылда Андреев шифаханаһына (һуңынан Чехов исемендәге шифахана) дауаланырға килергә мәжбүр итә. Сәламәтлеге көндән-көн ҡаҡшауға ҡарамаҫтан, ул китабы өҫтөндә эшләүен дауам итә. Шулай уҡ Аксен ауыл хужалығы техникумының беренсе директоры Иван Вихров саҡырыуы буйынса студенттар өсөн ландшафт һәм генетик тупраҡты өйрәнеү фәне буйынса лекциялар уҡый.

Әммә йылдар буйына дауам иткән үпкә сиренә бәйле хәлде Сибирцев үҙгәртә алмай. Вафатына бер нисә көн ҡала ул нәшриәткә дәреслек ҡулъяҙмаһының һуңғы биттәрен ебәрергә өлгөрә. Йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, география һәм тупраҡ тураһындағы һәр дәреслектә Сибирцевтың теоретик ҡағиҙәләре, тәбиғәтте күҙәтеүҙәре, төрлө урындарҙағы тупраҡ тасуирламалары ҡулланыла.

Бөйөк ғалим 1900 йылдың 20 июлендә Андреевск шифаханаһында вафат була. Ул Воздвиженка ауылы зыяратында ерләнгән. Аксен колледжы студенттары һәм уҡытыусылары профессор тураһындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай, уның ҡәберен һәр саҡ тәртиптә тота, ғалимдың Башҡортостанда эшләгән осоро хаҡында бөртөкләп мәғлүмәт туплай.

Бер нисә йыл элек Сибирцев тураһында мәғлүмәт йыйыу маҡсатында улар В. В. Докучаев исемендәге Харьков милли аграр музейында була, унда студенттарға 90 ғилми хеҙмәт һәм профессорҙың шәхси эше тәҡдим ителә.

Читайте нас: