Хәнйәрҙә йәшәүселәр оҙаҡ йылдар ауыл эсендә юл төҙөргә тип хыяллана. Был хыялды урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыу мөмкинлеге барлығын белгәс, ауыл халҡы ең һыҙғанып эшкә тотона. Берҙәм тырышлыҡ һәм проблеманы хәл итеүгә грамоталы ҡараш һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй, хәнйәрҙәрҙең хаҡы миллион һумға яҡын тәшкил иткән проекты урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыусылар иҫәбенә ингән. Был, сығымдарҙың ҙур өлөшө, ә ул 645 мең һумдан артыҡ, республика ҡаҙнаһынан бүленәсәк тигәнде аңлата. Урындағы бюджет 97 мең һумдан артыҡ тәшкил итәсәк, ауыл халҡы – 148 мең һум, бағымсылар У. В. Ғәфуров, А. Х. Ғәрифуллин һәм А. Т. Сафин 100 мең һумдан артыҡ аҡса бирәсәк.
Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыусылар араһында Ибрай ауыл Советы ла бар. Һуңғы йылдарҙа Ибрай ауылы халҡына урындағы зыяраттың ҡоймаһы, унда уларҙың туғандары һәм яҡындары ерләнгән, торошо тынғы бирмәй. Әммә кәрәкле сумманы йыйыр өсөн үҙҙәренең генә көстәре етмәүен улар яҡшы аңлай. Эш күләме шаҡтай, уны башҡарып сығыу өсөн 825 мең һумдан артыҡ аҡса кәрәк була. Ә хәҙер, программала ҡатнашыусылар исемлегенә кергәс, проектҡа республика бюджетынан 602 мең һум аҡса бүленгән. Был маҡсатҡа урындағы бюджеттан 101 мең һум күсә, халыҡтан – 60 мең һумдан артыҡ, шунса уҡ сумманы бағымсылар – урындағы эшҡыуарҙар һәм фермерҙар бирәсәк.
Ике проект та быйыл ғәмәлгә ашырыласаҡ. Шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә 2020 йылға Шафран ауыл Советының Чайкино ауылындағы һыу үткәргес селтәрҙәренә капиталь ремонт планлаштырылған. 1 млн 170 мең һумлыҡ был проект 2019 йылда урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыусылар иҫәбенә инде.