Коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан, быйыл никахлашыусылар күп – 2019 йыл менән сағыштырғанда (65) – 76. Никахҡа инеүгә иң күп ғаризалар биреү июль, август айҙарына тура килде, тип хәбәр итә район ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре. Быйыл да былтырғы кеүек 71 ғаилә пары никахын тарҡатҡан.
Күп балалы ғаиләләр һаны артҡан. Ғаиләләрҙә күберәк икенсе һәм өсөнсө балалары тыуған. Июндә 17 малай һәм 21 ҡыҙ донъяға килгән. Иң ҙур сабыйҙың ауырлығы – 4800 грамм, иң бәләкәйенең 2250 грамм тәшкил иткән.
Атайлыҡты билдәләү буйынса – 28, уллыҡҡа алыу тураһында – алты, исем үҙгәртеү буйынса дүрт акт яҙмаһы төҙөлгән.
Яңы тыуған сабыйҙар араһында Әмир, Тимур, Артем, Самира, Милана, Әминә, София, Сафина кеүек исемдәр, элеккесә, киң таралған булып ҡала. Томирис, Алисия, Елисей, Тигран, Назар тигән ғәҙәти булмаған исемдәр ҙә ҡушҡандар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беренсе алты айҙа 295 кеше (133 ҡатын-ҡыҙ һәм 162 ир-ат) вафат булған, был уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, 16-ға күберәк.
Фото: autogear.ru