Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2020, 17:50

Армияға – хәрби шоферҙар булып

ДОСААФ-тың Әлшәйҙәге бүлексәһе илебеҙҙең Ҡораллы көстәренә белгестәр әҙерләүен дауам итә.

Шофер – кәрәкле һөнәр, көндәлек тормошта ла, хәрби хеҙмәттә лә уға ихтыяж ҙур. Армия өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләү менән бына күп йылдар инде ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе шөғөлләнә. Быйыл хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш өсөн ирекле йәмғиәт автомәктәбендә хәрби-иҫәп белгеслеге буйынса ун егет белем алған. Ә бөгөн инде парта артына буласаҡ һалдаттарҙың яңы төркөмө ултырған, ун биш курсант хәрби шофер һөнәре серҙәренә төшөнә.

-Был йүнәлеш буйынса беҙ Башҡортостан хәрби комиссариаты менән берлектә эшләйбеҙ. Хәрби шоферҙар камиллаштырылған методика буйынса уҡытыла, автомобиль паркында барлыҡ кәрәкле техника бар. Автомәктәптә алған квалификация армиянан ҡайтҡас та ярап ҡаласаҡ. Шофер һөнәре һәр ваҡыт кәрәк, шуға ла хеҙмәтте тамамлағас та эшкә урынлашыу буйынса ҡыйынлыҡтар тыумаясаҡ, - ти бүлексә рәйесе Шамил Йосопов.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, илдең Ҡораллы көстәренә белгестәр әҙерләүҙән тыш, шулай уҡ йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү һәм спорттың ҙур күләмле хәрби-ғәмәли төрҙәрен үҫтереү йәмғиәт эшсәнлегенең төп аспекттары булып ҡала.

Читайте нас: