Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2020, 16:20

Битлектәр, бирсәткәләр, коронавирусҡа тест

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыш махсус шарттарҙа уҙа

Коронавирус тормошобоҙҙо киҫкен үҙгәртте. Пандемия, үҙ аллы изоляция, юғары әҙерлектәге режим, дистанцион уҡыу кеүек һүҙҙәр көнкүрештә ғәҙәтигә әйләнде. Эпидемия хәрби хеҙмәткә саҡырыу компанияһына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Илебеҙҙең Ҡораллы көстәренә яҙғы саҡырылыш, башҡа йылдарҙағы кеүек, 1 апрелдә башланды. Әммә яңы вируслы инфекцияға бәйле, май аҙағына тиклем егеттәрҙе хәрби частарға ебәрмәҫкә тигән ҡарар ҡабул ителде.

Комиссиялар нисек эшләй, егеттәрҙең сәләмәтлеген нисек һаҡларға – был һорауҙар, тәү сиратта, буласаҡ һалдаттарҙың ата-әсәһен, яҡындарын борсой.

- Пандемия шарттарында төп бурысыбыҙ – армияға саҡырылыусылар араһында коронавирус таралыуға юл ҡуймау. Ошо маҡсат менән барлыҡ профилактик саралар ҙа күҙәтелә. Беҙ тулыһынса шәхси һаҡланыу саралары, термометрҙар, дезинфекция саралары менән тәьмин ителгәнбеҙ. Барлыҡ егеттәр ҙә COVID-19-ға тест тапшыра, - ти Әлшәй һәм Дәүләкән райондары, Дәүләкән ҡалаһы хәрби комиссары Вадим Яблонский.

Бөгөн медицина тикшереүе һәм саҡырыу комиссиялары битлек режимы, социаль дистанция кеүек яңы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып эшләй. Буласаҡ һалдаттарҙың сәләмәтлеге район дауаханаһы поликлиникаһында ентекле тикшерелә һәм, Вадим Петрович әйтеүенсә, хәүефле инфекцияға мотлаҡ тест үткәрелә.

Ошо көндәрҙә хәрби комиссариат бинаһына былай ғына инеп булмай – термометрия ҡулланылған барьер контроле аша үтергә кәрәк. Ябай ғына итеп әйткәндә, бина эргәһендәге палаткала температураны тикшергәндән һуң ғына инергә мөмкин. Бүлмәләрҙә, коридорҙа даими дезинфекция үткәрелә, егеттәрҙе Өфөгә алып барыусы машиналар ҙа эшкәртелә. Буласаҡ һалдаттарға шулай уҡ битлектәр, бирсәткә һәм бахилалар бирелә.

Ә йыйылыу пунктында егеттәр хәрби кейем, шулай уҡ шәхси гигиена әйберҙәре һәм пандемия шарттарында алмаштырғыһыҙ атрибут – битлектәр менән тәьмин ителә. Часҡа барып еткәс, буласаҡ һалдаттар 14 көнлөк карантинда була.

Яҙғы саҡырылыш тамамланыуға, 15 июлгә тиклем, беҙҙең райондан армияға 60 егет китә. Бөгөн уларҙың егермеһе хеҙмәт итеү урынына оҙатылды ла инде. Беҙҙең егеттәр төрлө ғәскәрҙәр сафын тулыландырасаҡ.

Буласаҡ һалдаттар араһында ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһендә уҡып, хәрби шофер һөнәрен алғандар ҙа бар, был һөнәр уларға һуңынан “гражданкала” ла кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ хәрби комиссариат юлламаһы менән С категориялы шоферҙар әҙерләү курстарына уҡыусылар ҡабул итеүбашланы.

Хәрби комиссариаттан хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәт итеү ваҡыты үҙгәрмәгән, ул элеккесә, бер йыл. Әммә берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу ваҡытын күсереү сәбәпле, быйылғы сығарылыш уҡыусыларын яҙғы саҡырылыштан азат иттеләр.

- Ата-әсәләр улдарының сәләмәтлеге һәм армиялағы хеҙмәте өсөн борсолмаһын, беҙ бының өсөн барыһын да эшләйбеҙ, - тип билдәләне район комиссары В. П. Яблонский.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.

Читайте нас: