Әлшәй хәбәрҙәре
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь 2020, 12:40

“Минең илем – минең Рәсәйем” Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән

“Минең илем – минең Рәсәйем” Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандан Вәлиә Гопта “Конкурстың уҡыуҙы тамамлаусылар ассоциацияһы үҫеше” номинацияһында еңгән.

“Минең илем – минең Рәсәйем” конкурсының уҡыуҙы тамамлаусылар ассоциацияһы 2016 йылда барлыҡҡа килгән. Бөгөн илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ҡыҙҙар һәм егеттәр – ошо ойошма ағзаһы. Улар араһында йәш ғалимдар, педагогтар, белгестәр, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары лидерҙары бар.

Номинацияла конкурстан һуң башҡарыу программаларын ойоштороуға һәм башҡарыуға, белгестәр, ғилми етәкселәр һәм конкурста ҡатнашыусылар берекмәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар тәҡдим ителгән.

Өфө ҡалаһындағы 123-сө лицейҙың уҡытыусы-педагогы Вәлиә Гопта конкурс финалында мәктәптә балаларҙы проект эшмәкәрлеге нигеҙҙәренә өйрәтәсәк лагерь ойоштороу идеяһын тәҡдим иткән. “Сенеж” оҫталыҡ идаралығы нигеҙендә “Минең илем – минең Рәсәйем” конкурсы еңеүселәренең һәм лауреаттарының конкурстан һуң бергәләп башҡарыу сиктәрендә үткәрелгән “Уйҙан тормошҡа ашырыуға тиклем” Бөтә Рәсәй проект мәктәбендә ҡатнашҡандан һуң, “Л.У.Н.А.” лагерының мәктәп проектын ойоштороу идеяһы барлыҡҡа килгәйне. Унда беҙ, уҡыуҙы тамамлаусылар, балаларҙы проект эшмәкәрлеге нигеҙҙәренә өйрәтәсәкбеҙ. Уларҙы илһамландырырға һәм тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашырға тейешбеҙ”, – тип белдергән Вәлиә.

“Минең илем – минең Рәсәйем” конкурсы һәр ҡатнашыусыға үҙ мөмкинлектәрен күрһәтеп ҡалырға ғына түгел, был юлда уға ярҙам да итә. Йылдар үтһә лә, минең проект менән бәйләнешем нығына ғына. Бөгөн иһә ассоциация һәр ҡатнашыусыға һүҙҙә түгел, ә эштә рәхмәт белдереү мөмкинлеген бирә”, – тип һөйләгән Конкурстың уҡыуҙы тамамлаусылар ассоциацияһы ағзаһы Виктор Крылов.

“Минең илем – минең Рәсәйем” конкурсы етәксеһе, Рәсәй дәүләт гуманитар университеты проректоры Лариса Пастухова һүҙҙәренә ҡарағанда, “Конкурстың уҡыуҙы тамамлаусылар ассоциацияһы үҫеше” номинацияһы үҙенсәлекле, сөнки унда ҡатнашыусы конкурс менән бергә бер йыл ғына түгел. Иң мөһиме, бөгөн берекмәлә – барлығы биш меңдән ашыу кеше. Улар үҙаллы аралаша: тәжрибә уртаҡлаша, яңы башланғыстарҙы тормошҡа ашыра.

Әйткәндәй, “Минең илем – минең Рәсәйем” конкурсы ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проекты сиктәренә тормошҡа ашырыла.

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән барлыҡҡа килгәйне. Уның төп маҡсаттары – социаль мобиллекте йылдамлатыу, граждандарҙың шәхес булараҡ һәм һөнәри үҙаллы камиллашыуын тормошҡа ашырыу һәм һөҙөмтәле социаль лифттар барлыҡҡа килтереү буйынса шарттар тыуҙырыу. “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының күҙәтеү советына Владимир Путин етәкселек итә.

Фото: "Минең илем - минең Рәсәйем" ассоциацияһы.

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас в