Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июнь 2020, 16:25

“Беҙҙең дә үҙ йортобоҙ буласаҡ!”

Арыҫлановтар – ауылда тыуып үҫкән. Ләйсән Раевка һөнәрселек училищеһында уҡығанда, ә Фәрит таксист булып эшләгәндә таныша улар.

“Ғаилә” һүҙен ишетеү менән һәр кемдең күҙ алдына күркәм йорт килеп баҫа. Ир менән ҡатындың бер-береһен һөйөүе һәм тоғролоғо – уның нигеҙе, стеналары – бер-берең алдында яуаплылыҡ, ышаныс һәм сабырлыҡ, ә тәҙрәләре –балалар. Ундағы “тәҙрәләр” күп булған һайын, өй ҙә яҡтыраҡ, күркәмерәк, тормош та бәхетлерәк була.

Бына шундай бейек түшәмле, иркен бүлмәләре булған, тәҙрәләре баҡсаға ҡараған һәм тәҙрә төптәрендә гөлдәр үҫеп ултырған йорт тураһында хыяллана Ләйсән һәм Фәрит Арыҫлановтар ҙа.

Бөгөн уларҙы ысын мәғәнәһендә бәхетле тип әйтергә мөмкин. Күптән түгел улар “Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса торлаҡ сертификаты алыусылар иҫәбенә инеп, ике миллион һумға яҡын аҡса алды. Тимәк, тиҙҙән уларҙың хыялы тормошҡа ашасаҡ, үҙ йорттары буласаҡ!

Арыҫлановтар – ауылда тыуып үҫкән. Ләйсән Раевка һөнәрселек училищеһында уҡығанда, ә Фәрит таксист булып эшләгәндә таныша улар. Тиҙҙән йәштәр өйләнешеп, татыу ғаилә ҡора. Бөгөн инде уларҙың өс балалары үҫеп килә. Өлкәндәре Гөлназ икенсе синыфҡа бара, ул М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында уҡый, Салауатҡа – дүрт, ә кескәй Алмазға - ике йәш. Әлегә йәштәр Яңауыл биҫтәһендә ата-әсәләре менән бергә йәшәй. Йорттары ла шул уҡ биҫтәлә буласаҡ.

- Урамыбыҙҙың исеме бик матур – Балан урамы. Участканы беҙ кесе улыбыҙ тыуғас, ишле ғаилә булараҡ алдыҡ. Йортто программала ҡатнашыуға документтар тапшырғансы төҙөй башланыҡ. Ә хәҙер эштәр тағы ла йылдамыраҡ барасаҡ, әлбиттә, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша ғаилә башлығы.

Фәрит кеүек ир-егеттәрҙе, бер ниндәй эштән дә ҡурҡмай, тиҙәр. Ул оҫта тракторсы-машинист, шофер, иретеп-йәбештереүсе, төҙөүсе лә. Шулай булғас, йортон да үҙе һаласаҡ. Өҫтәүенә ул район үҙәгендә йәшәүселәргә ирекмән булараҡ та билдәле. Фәрит бер нисә йыл элек “Раевка тимурсылары” төркөмөн ойошторған. Егеттәрҙең ярҙамынан файҙаланыусылар күп, хеҙмәттәре, әлбиттә, бушлай. Үҙ аллы изоляция ваҡытында ла Раевка тимурсылары ваҡиғалар уртаһында ҡайнай. Мохтаждарға аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратҡан улар.

- Башлыса өлкән йәштәгеләргә, яңғыҙ кешеләргә, балалары алыҫта йәшәгән әбей-бабайҙарға ярҙам итәбеҙ. Улар беҙҙе интернетта табып, телефон аша шылтыратып, ярҙам һорайҙар. Мәҫәлән, баҡса ҡаҙырға, утын ярырға, нәмәлер төҙәтергә, һыу ташырға, ниндәйҙер әйбер алып ҡайтып бирергә. Бер һүҙ менән әйткәндә, төрлө үтенестәр була. Егеттәр менән ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ, - ти Фәрит.

Ә Ләйсән декрет ялына тиклем “Раевка” ауыл хужалығы предприятиеһының Яңауыл фермаһында машина менән һыйыр һауыу операторы булып эшләгән. Ҡасан эшкә сығасағын әлегә теүәл генә әйтә алмай. Сөнки ире һәр көн төҙөлөштә, балаларҙы ҡарарға кәрәк. Йортта тағы ла бер “тәҙрә” лә ҡамасауламаясаҡ. Киреһенсә, Арыҫлановтарға ул бәхет кенә килтерәсәк...

Читайте нас: