Әлшәй хәбәрҙәре
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2020, 11:50

Тауыш биреүгә әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүенә әҙерләнеүгә арналған округ кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Сараны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе.

Тулы хоҡуҡлы вәкил, тауыш биреү барышында граждандарҙың һаулығын һаҡлау - бөтә власть органдарының мөһим бурысы, тип билдәләне. Һайлау комиссиялары ағзалары – шәхси һаҡлыҡ саралары, ә тауыш биреү биналары контактһыҙ термометрҙар, бактерияларға ҡаршы келәмдәр һәм антисептиктар менән тәьмин ителергә тейеш. Тауыш биреү участкаларында бөтә нормаларҙы, санитария хеҙмәттәренең талаптарын ҡәтғи үтәү зарур.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ тауыш биреү барышында хоҡуҡ тәртибен һаҡлау мәсьәләләрен тикшерҙе. Игорь Комаров әйтеүенсә, граждандарҙың ихтыяр белдереүе мөмкин тиклем асыҡ шарттарҙа үтергә тейеш.

Мәғлүм булыуынса, ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүе 1 июлдә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем була.

Фото: glavarb.ru

Автор: Лилия Давлетбакова

Читайте нас в