Әлшәй районында ла муниципаль район Советы ултырышы бына инде икенсе тапҡыр башҡорт телендә уҙҙы.
Район Советы сессияһының сираттағы, утыҙ алтынсы ултырышы эшендә депутаттарҙан тыш, муниципаль район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин, уның урынбаҫарҙары ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе С. И. Колеганов алып барҙы.
Көн тәртибенә сығарылған тәүге мәсьәлә - 2020 йылда балаларҙың ялын ойоштороу һәм һаулығын нығытыу тураһында доклад менән хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айҙар Тимерхан улы Солтанғолов башҡорт телендә сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк, сығыш бик йөкмәткеле булды һәм депутаттар был мәсьәлә буйынса бер тауыштан ыңғай ҡарар ҡабул итте. Был турала район Советы ҡарарын депутат Ф. А. Шәнгәрәев уҡып ишеттерҙе.
Ултырышта физик культура һәм спорт, йәштәр сәйәсәте буйынса муниципаль программаларҙың нисек бойомға ашырылыуы, район Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәлмәләр индереү, халыҡ тыңлауҙары үткәреү тураһында һәм башҡа мәсьәләләр рус телендә ҡаралды.