Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2020, 11:45

Балалар өсөн матур бүләк

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Бәләкәй Аҡҡолай ауылында кескәйҙәр өсөн балалар майҙансығы асылды.

Ауыл ҙур булмаһа ла, унда бала-саға күп. Өсәр, дүртәр сабый тәрбиәләгән ишле ғаиләләр ҙә бар. Ә олатай-өләсәйҙәре эргәһенә йәйге ялға ейәндәре лә ҡайтҡас, ауыл тағы ла йәнләнеп китә. Нисек балаларҙы гаджеттарҙан айырырға тигән барлыҡ өлкәндәрҙе лә борсоған мәсьәлә хәҙер бында хәл ителгән. Кескәйҙәр төрлө уйындар уйнаһын һәм спорт менән шөғөлләнһен өсөн бына тигән майҙансыҡ барлыҡҡа килде.

Балаларға был һоҡланғыс бүләкте ауыл активистары тап Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә бүләк итеүе лә ҡыуаныслы ваҡиға булды. Ауыл старостаһы, күп балалы атай Руслан Шәрипов, Илмир Иҡсанов һәм Максим Воронцов - һәр эшкә лә маһир, алтын ҡуллы оҫталар. Шуға ла иретеп-йәбештереү, балта һәм ер эштәрен башҡарыу уларға ауыр булмаған. Майҙансыҡта бәүелсәктәр, ҡапҡалары менән футбол яланы, турник, өҫтәлдәр һәм эскәмйәләр бар. Улар бөтә хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеп, ныҡлы итеп урынлаштырылған. Оҫта атайҙар барлыҡ ҡоролмаларҙың ышаныслы булыуын үҙҙәре тикшереп ҡараған.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Фото: 360tv.ru

Читайте нас: