Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2020, 13:25

Социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә алғы һыҙыҡта

Бөгөн “Ихлас” ойошмаһы үҙ ҡарамағындағы 887 кешегә социаль-көнкүреш, социаль-медицина, социаль-психологик хеҙмәттәр күрһәтә.

Зөлфиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА, халыҡты социаль яҡлау буйынса коммерция булмаған автономиялы “Ихлас” ойошмаһы директоры:

- Бөгөн “Ихлас” ойошмаһы үҙ ҡарамағындағы 887 кешегә социаль-көнкүреш, социаль-медицина, социаль-психологик хеҙмәттәр күрһәтә. Айырыуса инвалидтар, тыл эшсәндәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, фронтовиктарҙың тол ҡатындары, хеҙмәт ветерандары, сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм башҡалар беҙҙең ярҙамға мохтаж. Социаль ярҙам хеҙмәтендә 67 хеҙмәткәр эшләй.

Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа, тормоштағы башҡа кәрәкле хеҙмәттәр менән бер рәттән беҙҙең социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә алғы һыҙыҡта. Үҙҙәренең төп бурыстарынан тыш, коронавирус инфекцияһы таралыуын булдырмау маҡсатында улар сит илдәрҙән, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан, имен булмаған төбәктәрҙән ҡайтҡан граждандарҙың, хроник ауырыуҙары булған кешеләрҙең йәшәгән урындарына бара. Шуға ла һөнәри байрамыбыҙ – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөндә уларға ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйем.

Читайте нас: