Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2020, 14:25

Сик һаҡсылары хөрмәтенә һәйкәл асылды

Зауыҡлы биләмәләр йылында Ниғмәтулла ауылында яңы иҫтәлекле урын барлыҡҡа килде.

Кисә илебеҙҙә сик һаҡсылары үҙҙәренең “һөнәри” байрамын билдәләне. Әммә, башҡа иҫтәлекле даталар кеүек үк, был көндө лә улар өйҙә генә ҡаршы алды. Ниғмәтулла ауылы халҡы өсөн дә Сик һаҡсылары көнө үҙенсәлекле байрам. Төрлө йылдарҙа илебеҙ сиктәрендә егерменән ашыу Ниғмәтулла егете уяу һаҡта торған. Уларҙың ҡайһы берҙәренә “ҡыҙыу нөктәләрҙә” хеҙмәт итергә тура килгән.
Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарында һәйкәл ҡуйыу идеяһы район паркында стела асылғандан һуң тыуҙы. Тап Зауыҡлы биләмәләр йылында Ниғмәтулла егттәре, бер нәмәгә ҡарамай, ауылдарында иҫтәлекле урын булдырырға ҡарар итте.
Яңы һәйкәл ауылдың матур бер биҙәгенә әйләнде. Ул Ниғмәтулла ауылы үҙәгендә, мәҙәниәт йорто биләмәһендә урын алды. Айырыуса был ваҡиғаға сик буйы ғәскәрҙәре ветераны, 81 йәшлек Тәлғәт Ғилмулла улы Нуриәхмәтов ҡыуанды.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Читайте нас: