Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2020, 12:15

Эшһеҙ ҡалған граждандар өсөн

Рәсәй Президенты Владимир Путин хеҙмәт баҙарындағы хәлдәргә баһа бирҙе. 27 майҙа үткән кәңәшмәлә ул эшһеҙ ҡалған граждандарға пособие түләүҙе тағы өс айға оҙайтырға ҡушты.

- Эпидемия һәм уның менән бәйле сикләүҙәр донъяның бөтә илдәре иҡтисадында кире сағылыш тапты, ихтыяж, эшлекле әүҙемлек кәмене, күп кенә кооперация бәйләнештәре һәм инвестиция пландары туҡтатылды. Был беҙҙең иҡтисад тармаҡтарында, предприятиеларыбыҙҙа ла бик етди сағыла, - тине дәүләт башлығы.
Президент әйтеүенсә, хәҙер 1,9 миллион кеше эшһеҙ. Шуға күрә коронавирус шарттарында ғаиләләрҙең килемен һаҡлау өҫтөнлөклө бурыс булып тора.

Владимир Путин кәңәшмәлә эшһеҙлек буйынса пособиеларҙы түләү ваҡытын өс айға оҙайту тураһындағы тәҡдимде хупланы. Шулай итеп, пособиелар 1 октябргә тиклем түләнәсәк.

Ил башлығы 1 майҙан эшһеҙлек буйынса минималь пособиены өс тапҡырға - 4,5 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим итте.

#ВладимирПутин

Читайте нас: