Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2020, 11:20

Еңеү парады 24 июндә буласаҡ

Президент Владимир Путин 24 июндә Еңеү парадын уҙғарырға бойороҡ бирҙе, тип хәбәр итте ТАСС.

«Беҙ быны 24 июндә, 1945 йылда еңеүселәрҙең легендар, тарихи парады булған, Мәскәү эргәһендә һуғышҡан һәм Ленинградты һаҡлаған, Сталинград янында алышҡан, Европаны азат иткән, Берлинды штурм менән алған яугирҙар Ҡыҙыл майҙандан уҙған көндә ойошторабыҙ», — тине Путин Оборона министрлығы башлығы Сергей Шойгу менән эш осрашыуы йомғаҡтары буйынса.
Дәүләт башлығы Еңеү парадына әҙерләнә башларға һәм унда ҡатнашыусыларҙың һаулығына хәүеф янауына юл ҡуймаҫҡа ҡушты. Президент оборона министрына ҡәтғи хәүефһеҙлек режимын тәьмин итеү бурысын йөкмәтте.
Ул шулай уҡ 26 июлдә, Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә «Үлемһеҙ полк» маршын үткәрергә тәҡдим итте. Ләкин Путин белгестәр кәңәше буйынса марштың күсерелеү ихтималлығын әйтте.
Читайте нас: