Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2020, 11:20

Өлкән йәштәгеләргә өҫтәмә һөнәри белем

Башҡортостанда “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” граждандарға системалы ярҙам һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу программаһын тормошҡа ашырыу” төбәк проекты бойомға ашырыла.

Бар талаптарға яуап биргән республика предприятиелары мәшғүллек үҙәктәренә ғариза һәм кәрәкле документтар тапшырған. Улар 50 һәм унан өлкән йәштәге граждандарға һөнәри белем һәм өҫтәлмә һөнәри белем биреү буйынса саралар үткәреү буйынса субсидия аласаҡ. Бындай мөмкинлек 11 предприятиеға эләгәсәк.

Уҡыу ошо йүнәлештәр буйынса алып барыласаҡ: клиенттарҙы аңлап эшләү, остазлыҡ һәм хеҙмәт психологияһы, насос ҡулайламаһы машинисы, таҙартыу ҡоролмалары операторы, технологик ҡулайламалар йүнәтеү слесары, авария-тергеҙеү эштәре слесары, һаҡсыл етештереү, медицина тәғәйенләнешендәге әйберҙәр менән эшләү менеджеры, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен комплекслы уҡытыу һәм башҡалар.

Фото:yandex.by

Читайте нас: