Был турала яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб кәңәшмәһендә республика башлығы Радий Хәбиров иғлан итте.
«Беҙ, халыҡтың зыяраттарҙы асыу үтенесенә таянып, йәнә дин әһелдәре менән кәңәшләштек», — тип аңлатты Башҡортостан етәксеһе.
Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына автобустар маршрутын уйларға, мәрхүмдәрҙең туғандары барырҙан алда зыяраттарҙы тәртипкә килтерергә, сүп-сарҙан таҙартырға, ағастарҙы ҡырҡырға һәм Иҫкә алыу көнөнән һуң сүпте йыйыу өсөн коммуналь көстәрҙе иҫәпләргә ҡушты.
Шулай уҡ Башҡортостан башлығы зыяраттарҙа бер урында күп кеше йыйылмауҙы күҙәтеүҙе һораны.