Әлшәй хәбәрҙәре
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2020, 11:35

Эшһеҙ ҡалғандар өсөн

Президент Владимир Путин 2018 йылдың октябрендә ҡул ҡуйған законға ярашлы, 2019 йылдан пенсияға сығыу ваҡыты ир-егеттәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға 65 һәм 60 йәшкә тиклем оҙайтылғайны.

Хәҙер, хаҡлы ялға ваҡытынан алда сығыу шарттар бер аҙ йомшарыуы ихтимал, тип хәбәр итә “Известия” гәзите, үҙенең сығанаҡтарына таянып. Был тәҡдим коронавирус эпидемияһы арҡаһында зыян күргән Рәсәй иҡтисадын тергеҙеү планы проектына индерелгән икән. Иҡтисад үҫеше министрлығы документҡа эшен юғалтҡан кешеләрҙе 2020 йылдың аҙағына тиклем өс йыл алдан пенсияға ебәреү тураһында пункт индергән. Хеҙмәт стажының ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 25 һәм 20 йыл булыуы шарт.
Шулай уҡ эшһеҙлек өсөн түләүҙең иң түбән кимәлен 1,5 мең һумдан 4,5 мең һумға тиклем күтәреү тәҡдиме лә ҡарала, тиелгән хәбәрҙә.
Читайте нас: