Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2020, 11:15

Иҡтисад һәм социаль өлкәләргә ярҙам тураһында кәңәшмә

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында иҡтисад һәм социаль өлкәләргә ярҙамдың нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында кәңәшмә үткәрҙе, унда Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров та ҡатнашты.

Президент коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, федераль бюджеттан медицина белгестәренә, социаль хеҙмәткәрҙәргә, балалаы ғаиләләргә, предприятиеларға һәм бизнесҡа бүленгән ярҙам саралары тураһында һөйләп үтте. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге тураһында фекер алышты, кешеләр һәм аныҡ ойошмаларҙың ярҙамды ни тиклем оператив рәүештә алыу мәсьәләләрен ҡараны.

Мәғлүмәт БР Хөкүмәтенең рәсми сайтынан алынды.

Читайте нас: