Әлшәй хәбәрҙәре
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2020, 11:40

Бизнес өсөн яңы ярҙам саралары

Президент Владимир Путин үҙенең мөрәжәғәтендә Рәсәйҙә өҫтәмә ярҙам саралары тураһында иғлан итте.

Шәхси эшҡыуарҙар, кесе предприятиелар, ҡаза күргән тармаҡтарҙа социаль йүнәлештәге коммерция булмаған ойошмалар үҙ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү өсөн 2 процентлы ташламалы кредит аласаҡ. Әгәр предприятие 2021 йылдың 1 апреленә тиклем хеҙмәткәрҙәренең мәшғүллеген 90 процентҡа тиклем һаҡлаһа, кредиттың барлыҡ суммаһы һәм процент ставкаһы суммаһы дәүләт тарафынан ҡапланасаҡ. Әгәр хеҙмәткәрҙәрҙең мәшғүллеге 80 процент дәрәжәһендә һаҡланһа, икенән бер өлөшө ҡаплана. Шәхси эшҡыуарҙар страховка взностарын түләүгәөҫтәмә рәүештә бер МРОТ күләмендә (14 мең һум тирәһе) һалым ҡайтармаһы аласаҡ. Ә үҙмәшғүлдәргә 2019 йыл өсөн түләгән һалымдарҙы тулыһынса ҡайтарасаҡтар. Бынан тыш, улар бер МРОТ күләмендә “һалым капиталы” аласаҡ.

Фото: zen.yandex.ru

Читайте нас: