Аксен агросәнәғәт колледжы оҫтаһы Салауат Нәбиуллин һәм уның ағас һәм тимерҙән яһаған ғәжәйеп әйберҙәре тураһында беҙ яҙғайныҡ инде. Оҫтаның сәнғәт әҫәренә тиң ижади эше – изге күңелле дворецкий хәҙер колледжда “йәшәй” һәм ул ысын мәғәнәһендә бындағы иҫтәлекле урындарҙың береһенә әйләнгән. Өҫтәүенә, уны уҡыу йортоноң талисманы итеп тә һанайҙар.
- Эйе, автор үҙенең тимер "дуҫы" колледжға бүләк итте, әле ул уҡыу йортона ингән ерҙә тора. Уға исем һайлау өсөн хатта конкурс ойошторҙоҡ. Һөҙөмтәлә колледж урынлашҡан ауыл исеме һайлап алынды, – ти уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире Салауат Тимербаев.
Тарихтан белеүебеҙсә, КИМ “Коммунистический интернационал молодежи” тигәнде аңлата. 1925 йылда, студенттар уҡыу йортона КИМ исемендәге Аксен ауыл хужалығы техникумы тип исем бирергә тәҡдим иткән. Рәсми рәүештә техникумға был исем бирелмәһә лә, ауылды шулай тип атап йөрөтәләр.
- Бөгөн дә “КИМ” һүҙе колледж студенттары һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн ҙур мәғәнәгә эйә, ул ауыл исеме генә түгел, бәхетле студент тормошо, шәхес һәм белгес булып формалашыу осоро булараҡ та күҙаллана, - ти Салауат Азат улы.
Ғөмүмән, мистер Кимдың уҡыу йортона “күсеп килеүенә” бөтәһе лә шатлана һәм уның уңыш килтереүенә ышана.