Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Ясно
Йәмғиәт
13 Мая 2020, 06:25

Президент "Роснефть" йәмғиәте етәксеһе менән осрашты

Эшлекле осрашыу барышында Владимир Путин компания етәксеһе Игорь Сечин менән нефть-газ өлкәһендәге хәлдәр тураһында һөйләште. Был хаҡта Президенттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Президент тармаҡҡа дәүләттән ниндәй ярҙам талап ителеүе менән ҡыҙыҡһынды. Игорь Сечин “Транснефть”тең тарифтарын кәметергә, әле транспортҡа сығымдар нефть хаҡының 32 процентын тәшкил итә, геология-разведкалау эштәре буйынса һалым түләүҙәрен кисектереп торорға, шулай уҡ инвестиция программалары өсөн кредиттар буйынса банк сәйәсәтен бер аҙ йомшартырға тәҡдим итте. Компанияның финанс-иҡтисади тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалыу өсөн капиталь сығымдарҙы 200 миллиард һумға ҡыҫҡартырға тура килә, тип белдерҙе И. Сечин.

Читайте нас