12 майҙан коронавирусҡа бәйле иғлан ителгән ял көндәре тамамлана.
Ил етәксеһе шулай уҡ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы тураһында белдереү яһаны.
- мохтажлыҡ кисергән ғаиләләргә июндә балаға тәғәйенләнгән ярты йыллыҡ түләүҙе бер юлы алыу хоҡуғы бирелә. Ул яҡынса 33 мең һум тәшкил итә;
- йәш бала ҡараған өсөн түләү ике тапҡырға арттырыла, ул 6 мең 751 һум буласаҡ;
- 1 июндән 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге һәр балаға 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү индерелә;
- әсәлек капиталы булмаған ғаиләләрҙәге 3 йәшлек сабыйҙарға ла апрель, май, июнь айҙарында 5 мең һум түләү ҡарала;
- эш урындарын 90 процентҡа һаҡлаған ойошмаларҙың хеҙмәт хаҡы түләү өсөн алған кредиттарын һәм проценттарын дәүләт үҙе ҡаплай. Яңы кредит алған осраҡта ставка 2 процент тәшкил итәсәк;
- пандемиянан зыян күргән бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарҙың һалымы һәм страховкалау иғәнәһе икенсе кварталда тулыһынса юйыла;
- үҙ мәшғүллек эшен асҡан кешеләргә 2019 йылда түләгән һалымдары тулыһынса кире ҡайтарыла.