Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2020, 16:20

Ирекмәндәр битлектәр тарата

Бөгөн йәмәғәт урындарында йөрөгәндә мотлаҡ битлектәр кейергә кәрәк.

Шуға бәйле, республикала #МаскаВПомощь акцияһы иғлан ителде, ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе “Беҙҙең хәстәрлек” проекты сиктәрендә үткәрелә.
Район ирекмәндәре, йәш гвардиясылар, активистар аҙыҡ-түлек магазиндары, автозаправкалау станциялары эргәһендә, үҙәк район дауаханаһы табиптарына, дарыуханаларҙа, Раевка ауылы урамдарында битлектәр тарата башланы.
- Беҙҙең төп бурыс халыҡҡа ярҙам итеү һәм коронавирустан һаҡлау. 4 майҙан 9 майға тиклем волонтерҙар шулай уҡ Георгий таҫмалары ла тарата, - ти район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр комитеты рәйесе, ирекмәндәр хәрәкәте штабы етәксеһе Динар Әхмәҙрисламов.
Читайте нас: