Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2020, 17:45

Йәнгә сихәт бирер шишмәләр

Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылына етәрәк, юл эргәһендә генә, халыҡ телендә Етегән шишмә тип аталған шишмә сылтырап аға.

Уның һыуы иҫ киткес йомшаҡ. Шишмә ҡышҡы һалҡындарҙа ла туңмай, шуға күрә йылдың һәр миҙгелендә лә был урындан кеше өҙөлмәй. Ауылға алыҫ ҡына булғанлыҡтан, Ҡыпсаҡ- Асҡар халҡы бында һирәк йөрөй, ә юлсыларға был урын бик оҡшай. Шифалы һыуҙы һауыттарға тултырып алыу менән бер рәттән, бында Дим буйының хозур тәбиғәтенә һоҡланып, ял итергә лә ҡалалар. Етегән шишмәгә еңел машиналарҙа ла, йөк машиналарында ла килеүселәр бихисап.

Тәбиғи сығанаҡты төҙөкләндереүгә, уны таҙа һәм тәртиптә тотоуҙы урман хужалығы һәм ауыл хакимиәте күҙәтә. Ә ике йыл элек ошо ауыл биләмәһе территорияһында объекттары булған “Башнефть” компанияһы шишмәне уратып алған, эргәһенә беседка ла ҡуйғандар, ҡултыҡсалары менән баҫҡыстар яһағандар, плита түшәгәндәр. Ҡыҫҡаһы, был урын күҙгә күренеп үҙгәргән.

Яҙ етеү менән был иҫтәлекле урын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы ла “күркәмләнеп”, тәүге “умырзаялар” ҡалҡып сыҡҡан. Берәм-һәрәм генә түгел, ә тоҡлап сүп ташлап китеүселәр ҙә бар. Ауыл хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, почта бүлексәһе һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәре бында таҙалыҡ көнө үткәрҙе. Шишмә эргәһен сүп-сарҙан таҙарттылар-таҙартыуын, әммә ҡыпсаҡ-асҡарҙар был тәртип оҙаҡҡа етерме икән, тип борсола.

- Шишмәләр - тәбиғәт мөғжизәһе ул. Әммә шундай таҙа, шифалы һыу алырға килеүселәрҙең ер ҡуйынынан урғылып сыҡҡан саф һыулы изге урынға шундай мөнәсәбәттә булыуҙарын нисек итеп башҡа һыйҙырырға һуң? – тип хайран ҡала Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл Советы хакимиәт башлығы Әлфәрит Йосопов.

Бәлки, ысынлап та, коронавирус – тәбиғәткә шундай яуапһыҙ һәм үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртып ҡараған өсөн кешелеккә ебәрелгән язалыр. Киләсәктә тәбиғәт үҙе беҙҙе ситкә типмәһә ярар ине...

Читайте нас: