Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2020, 11:45

Хәүеф һаҡлана әле

Ил Президенты коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле өсөнсө тапҡыр рәсәйҙәргә мөрәжәғәт итте.

Илдә хәл ҡатмарлы ҡала, ауырыуҙың юғары нөктәһе әле үтелмәгән, беҙ көрәштең иң көсөргәнешле этабында, хәүеф һаҡлана, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. Шуға ла дәүләт башлығы ял көндәре һәм үҙ аллы изоляция режимының 11 майға тиклем оҙайтылыуы тураһында иғлан итте.

Хөкүмәткә ошо көндәрҙә иҡтисадҡа һәм граждандарға ярҙам итеүҙең кисектергеһеҙ яңы сараларын эшләргә, шулай уҡ 12 майҙан карантиндан этаплап сығыу планын әҙерләргә ҡушылды.

Президент рәсәйҙәрҙе был көндәрҙә айырыуса яуаплы һәм һаҡ булырға, әллә ни мөһим булмаған сәфәрҙәргә барыуҙан тыйылып торорға саҡырҙы.

- Беҙ әле дөйөм талаптарҙы, үҙ аллы изоляция һәм карантин ҡағиҙәләрен ни тиклем ҡәтғи күҙәтһәк, быларҙың барыһы ла шул тиклем тиҙерәк уҙасаҡ, - тип белдерҙе дәүләт башлығы.

Фото: kremlin.ru

Читайте нас: