Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был аҡсаға кислород менән тәьмин итеү системаһын үткәреү, коронавирус менән сирләгәндәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында дауаханаларҙағы койка фондын ҡайтанан йыһазландырыу, шәхси һаҡлыҡ саралары һатып алыу күҙаллана.
Әле ҡорамалдар алыуға 861,7 миллион һумлыҡ килешеү төҙөлгән. Үпкәне яһалма елләтеү өсөн 182 аппарат, 100 кислород концентраты, 28 фибробронхоскоп, 51 күсмә рентген аппараты, 51 УТТ ҡулайламаһы, 22 плазмалы стерилләгес, ҡандағы газды билдәләү өсөн 35 аппарат, 223 монитор, 35 гематология анализаторы, 8 компьютер томографы һәм башҡа ҡорамалдар алыу планлаштырыла.