Традиция буйынса беҙ һөҙөмтәләр яһап, һеҙҙе, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, беренсе кварталға тыуым буйынса ЗАГС бүлеге етәксеһе Лариса Сафина биргән мәғлүмәттәр менән таныштырабыҙ.
Әйткәндәй, былтыр һәм быйылғы йылдың да ғинуар айынан март аҙағына тиклем районда 87 бала – 47 малай һәм 40 ҡыҙ тыуған. 22 ғаиләлә – тәүге бала, 30 ғаиләлә – икенсе, 26-һында – өсөнсө, 6 ғаиләлә – дүртенсе, 3 ғаиләлә – бишенсе һәм артабанғы сабыйҙары донъяға килгән.
Быйыл, былтырғыға ҡарағанда, вафат булыусылар һаны алтыға күберәк. 2019 йылдың ошо уҡ осоронда 140 кеше донъя ҡуйһа, быйыл уларҙың һаны 146-ға еткән.Шуларҙың 72-һе – ир-ат, 74-е – ҡатын-ҡыҙ.
40 ғаилә никахын тарҡатҡан (2019 йылда - 38) Бер йылдан биш йылға тиклем бергә ғүмер итеүселәр - 10, алтынан ун йылға тиклем – 14, 11-ҙән 15-кә тиклем – алты, 15 йылдан ашыу бергә йәшәүсе ғаилә парҙары – унау.
Атайлыҡты билдәләү буйынса бөтәһе 18 акт яҙмаһы теркәлгән, шуларҙың икәүһе – уллыҡҡа алыу, икәүһе – исем үҙгәртеү буйынса. Нисек кенә булмаһын, иң мөһиме, сабыйҙар иҫән-һау һәм бәхетле ғаиләләрҙә үҫһен.