Әлшәй хәбәрҙәре
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2020, 15:40

Мәктәп уҡыусылары өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмалары

Йыйылмаға, башлыса, боҙолмай торған, махсус температура режимында һаҡлауҙы талап итмәгән продукттар инә.

Үҙ аллы изоляция һәм дистанцион уҡыу осоронда граждандарға өҫтәмә социаль ярҙам сиктәрендә, республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла, мәктәп уҡыусылары аҙыҡ-түлек йыйылмаһы ала башланы.

Был йыйылма мәктәптә бушлай туҡланыусы, льготалы категорияға ингән уҡыусыларға бирелә. Улар сәләмәтлек торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙәге балалар.

Йыйылмаға, башлыса, боҙолмай торған, махсус температура режимында һаҡлауҙы талап итмәгән продукттар инә. Был - ярмалар, макарон, һут, сәй, какао, һөт, ит һәм балыҡ консервалары, үҫемлек майы һ.б. Улар район мәктәптәрендә уҡыусыларҙың ата-әсәләренә һәм законлы вәкилдәренә бирелә.

Читайте нас: