Әлшәй хәбәрҙәре
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2020, 11:15

Сәнәғәттең һөҙөмтәле эшләүенә бәйле

Президент әйтеүенсә, ошо өлкәлә Рәсәйҙең сит илдәр менән хеҙмәттәшлегендәге уңыштар сәнәғәттең ни тиклем һөҙөмтәле эшләүенә бәйле буласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында сит илдәр менән хәрби-техник хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Президент әйтеүенсә, ошо өлкәлә Рәсәйҙең сит илдәр менән хеҙмәттәшлегендәге уңыштар сәнәғәттең ни тиклем һөҙөмтәле эшләүенә бәйле буласаҡ.

– Бөгөн мин һеҙҙән сәнәғәт предприятиелары, төбәк власы һәм холдингтарҙың үҙәк офистары, Хөкүмәт араһындағы бәйләнештең һәм эштең нисек ҡоролоуы тураһында асыҡтан-асыҡ ишеткем килә. Карантинға бәйле сикләүҙәр индерелгәндә был бәйләнеш нисек тормошҡа ашырыла? – тине Владимир Путин. – Беҙҙең ғәмәлдәр граждандарҙың именлеген һәм һаулығын тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Әммә улар һәр төбәктәге ысын хәлгә яраҡлы, баланслы булырға тейеш, бигерәк тә оборона-сәнәғәт комплексы кеүек система булдырған предприятиеларҙың тотороҡло эшен тәьмин итеү тураһында һүҙ барғанда.

Радий Хәбиров оборона-сәнәғәт комплексы системаһына ингән 14 предприятиеның барыһы менән дә республиканың һөҙөмтәле эш итеүе тураһында белдерҙе. Уларҙың бөтәһе лә ял аҙнаһынан һуң эшен ҡайтанан башлаған, әммә ҡайһы берҙәрендә санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙең үтәлешен көсәйтергә кәрәк.

glavarb.ru

Читайте нас в