Район үҙәгендә юлдарҙың ниндәй хәлдә булыуын барыбыҙ ҙа белә. Ҡыштан һуң юл япмаһы эреле-ваҡлы соҡорҙар менән ҡапланды. Бөгөн ошо көнүҙәк проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң? Ошо һорау менән беҙ Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы М. А. Тимасовҡа мөрәжәғәт иттек:
- Юлдарҙы ремонтлау март урталарында башланды. Иң элек, юлдарҙың машиналар йөрөгән өлөшөн төҙөкләндереү эштәре алып барҙыҡ, юл хәрәкәтенә хәүеф тыуҙырған иң тәрән һәм ҙур соҡорҙарҙы асыҡланыҡ. Уларҙы һалҡын асфальт менән ремонтланыҡ. Бөгөн был эштәр тамамланды. Асфальт-бетон заводы эшләй башлағас та, юл япмаһын ремонтлау дауам итәсәк. Айырыуса зыян күргән урындарҙа юл япмаһы ҙур участкаларҙа алмаштырыласаҡ.
Эш күләме, ысынлап та, ҙур, йыл һайын юл япмаһы нығыраҡ таушала һәм уға капиталь ремонт талап ителә. Быйыл Медиктар, Интернациональ, Коммунистик, Кусков, Дуҫлыҡ (Ауыл хәбәрсеһе урамынан алып Чкалов тыҡрығына тиклем), Баҡса урамдарында һәм Мәктәп, Оҫталар тыҡрыҡтарында асфальт һалыу күҙаллана.