Әлшәй хәбәрҙәре
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2020, 11:20

Сит илдә ҡалған рәсәйҙәргә социаль ярҙам

Өйҙәренә ҡайта алмау сәбәпле сит илдә ҡалған рәсәйҙәргә социаль ярҙам күрһәтелә.

Тәүлегенә өлкәндәргә - 2400 һум, 14 йәшкәсә балаларға - 1600 һум.

Рәсәй граждандарына ярҙам күрһәтеү тәртибен Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте билдәләгән. Документ рәсми сайтта баҫылған.

Ярҙам алыу өсөн Рәсәй гражданы берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында электрон ғариза тултырырға, ведомствоның яуаплы хеҙмәткәрҙәре документта яҙылған мәғлүмәттәрҙе тикшергәндән һуң махсус комиссия социаль ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Аҡсаны 24 сәғәт эсендә күсереү планлаштырыла. Ғаризала граждандың Рәсәй авиакомпанияһының теләһә ниндәй рейсы менән өйөнә ҡайтырға тейешлеге әйтелә. Баш тартҡан осраҡта уға һәм уның ғаиләһенә социаль ярҙам туҡтатыла.

Фото: yvision.kz

Читайте нас в